Рәсәй Президенты Владимир Путин донъялағы иң көслө нейтрон сығанағы – Гатчиндағы Б. П. Константинов исемендәге Петербург ядро физикаһы институтының ПИК нейтрон реакторының энергетик пускына старт бирҙе. Тантана онлайн-конференция режимында барҙы.
Уны ебәргәндән һуң Владимир Путин фәнни экспериментта ҡатнашыусыларҙы Рәсәй фәне көнө менән ҡотланы, уларға уңышлы һәм нәтижәле эш теләне.
ПИК реакторы – заманса юғары ағымлы нейтрондар сығанағы, ул үҙенең бер нисә параметры буйынса наномасштабтар дәрәжәһендә матдәләрҙе өйрәнеү өсөн донъялағы иң яҡшы яйланма булып тора. Ул Рәсәй хөкүмәте ил биләмәһендә «мегасайенс» класлы яйланмаларҙы булдырыу программаһына индергән алты проект исемлегенә инә.