+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
12 Февраль 2021, 10:05

Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү тураһында

Уҙған йылдың 30 ноябрҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2024 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһының 450 йыллығын байрам итеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйғайны. #ВладимирПутин

Уҙған йылдың 30 ноябрҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2024 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһының 450 йыллығын байрам итеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйғайны.
Ошо иҫтәлекле ваҡиғаға әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты рәйесе бурыстары Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Алексей Оверчукҡа йөкмәтелде.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса Мәскәүҙә үткән кәңәшмәлә ҡатнашты. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ойоштороу комитетының шәхси составын төҙөү мәсьәләрен тикшерҙе. Төп саралар планы проектына айырым иғтибар бирелде. Ул 2024 йылға тиклем Өфөнө үҫтереү программаһын үҙ эсенә ала. Был программала йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү, яңы социаль объекттар төҙөү, Ағиҙелдең яр буйын үҫтереү, яңы һәйкәлдәр ҡуйыу, өр-яңы маршруттар ойоштороу ҡарала.
Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү буйынса төп саралар планы проектын ойоштороу комитетының тәүге ултырышында раҫлау күҙаллана.
«Өфөнөң юбилейына әҙерлектең мөһим йүнәлештәренең береһе – 2017 йылдан ябылған Дәүләт циркы, был балаларҙа һәм уларҙың ата-әсәләрендә ауыр хистәр тыуҙыра, осрашыуҙарҙа ошо хаҡта йыш ишетәм. Артабан. Беҙҙә – күркәм, традицияларға бай Ҡурсаҡ театры. Ләкин уны ла яҡшыртырға кәрәк. Унда актерҙарҙың һәйбәт грим һалыу һәм костюмдар бүлмәһе, театрҙа буфет юҡ, ә тәнәфестә туңдырмаһыҙ балаларға ниндәй тамаша? Бында, һис шикһеҙ, балалар студиялары ла эшләргә тейеш, уларҙы урынлаштырырға урын юҡ. Заманса төкәтмә һалырға кәрәк. Хәҙер – беҙҙең Рус драма театры. Яҡтыртыу һәм тауыш ҡоролмалары 1982 йылда төҙөлгәндән бирле яңыртылмаған! Сәхнә һәм зал 20 йыл ремонтланмаған», — тип яҙҙы был хаҡта Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Читайте нас: