+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
3 Март 2021, 19:15

5 апрелдән ҙур йөк машиналары өсөн сикләү индерелә

Башҡортостанда яҙғы өҙәрем осорҙа –– 5 апрелдән алып 4 майға тиклем төбәк һәм муниципаль әһәмиәтендәге юлдарҙа ҙур йөк машиналдары хәрәкәтенә сикләү индерелә.

Башҡортостанда яҙғы өҙәрем осорҙа –– 5 апрелдән алып 4 майға тиклем төбәк һәм муниципаль әһәмиәтендәге юлдарҙа ҙур йөк машиналдары хәрәкәтенә сикләү индерелә.
Бындай сикләүҙәр:
пассажирҙар ташыған автобустарға;
аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, яғыулыҡ, орлоҡтар, ашламалар, ауыл хужалығы малдары һәм ҡош-ҡорттары өсөн аҙыҡ ташығандарға, почта һәм почта йөктәренә;
ауыл хужалығы эштәрендә мәшғүл техникаға;
афәт, бәлә-ҡаза һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн кәрәкле йөктәргә;
авария һөҙөмтәһендә юлдарҙағы төҙөкләндереү эштәрендә ҡулланылған юл-төҙөлөш техникаһына һәм материалдар ташыуға;
федераль закон нигеҙендә хәрби хеҙмәт ҡаралған башҡарма властың федераль органдарының транспорт сараларына;
ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар һәм шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарған махсус техникаға ҡағылмай.
Юл йөрөүгә рөхсәт ҡағыҙын Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенән алырға мөмкин ( Өфө, Клавдия Абрамова урамы, 5. Электрон почта йәшниге: svkrb@ svkrb.ru Тел. 8-347-222-20-45).
Әйткәндәй, уҙған йыл пандемия шарттарында бизнесҡа ярҙам итеү йөҙөнән юлдарҙа сикләүҙәр индерелмәне.
Читайте нас: