Ил Башлығы Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһау көнө әле билдәләнмәгән, ул һуңғараҡ үтәсәк , тип белдерҙе Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков. Д.Песковтың бынан алда, февраль айында журналистар һорауына, был сараға әҙерлек барышында илдә барған ҡаршылыҡ акциялары, көҙгөһөн үтәсәк Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау компанияһы иҫәпкә алынасаҡ, тигәйне. Шулай уҡ В. Путин үҙ сығышында илдең социаль-иҡтисади һәм технологик үҫеше тураһында һүҙ алып барасаҡ. Мөрәжәғәтнәмәнең маҡсаты - илде үҫтереү буйынса бурыстарҙы билдәләү, тине ул.