Рәсәй Президенты Владимир Путин торлаҡ-коммуналь түләмдәр тарифының саманан тыш артыуына һәм ошо өлкәләге хеҙмәт күрһәтеү сифатына ваҡытында прокурор тәьҫире булыуын талап итте. Был турала ул Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуратураһы коллегияһы ултырышындағы сығышында әйтеп үтте. “Торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһенә халыҡтың һорауҙары күп ҡала килә. Былар - коммуналь тарифтарҙың нигеҙһеҙ артыуы, хеҙмәттәр күрһәтеү сифаты, өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау һәм тергеҙеү ... Ошо йүнәлештә закон талаптары үтәлешен һәр саҡ контролдә тотор кәрәк ”, - тине В. Путин.