Муниципаль район Советының сираттағы алтынсы ултырышы уҙҙы. Уның эшендә депутаттарҙан тыш, район башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов, район хакимиәтенең яуаплы хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, учреждение-ойошмалар етәкселәре, мәктәп директорҙары ҡатнашты. Ултырышты район Советы рәйесе И. Ш. Әминев алып барҙы.
Көн тәртибенә сығарылған тәүге мәсьәлә — район Советының 2020 йылдың 15 декабрендә ҡабул ителгән «Әбйәлил районының 2021 йылға һәм 2022 һәм 2023 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында»ғы 57-се һанлы ҡарарына үҙгәрештәр индереү тураһында» доклад менән район финанс идаралығы начальнигы урынбаҫары Ю. В. Нәбиуллина сығыш яһаны.
Республика Башлығының БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенең төп йүнәлештәрен тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы менән район башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов таныштырҙы.
Район эске эштәр бүлегенең уҙған йылдағы эшмәкәрлеге хаҡында бүлек начальнигы урынбаҫары А. Ә. Алекешов доклад яһаны.
Район биләмәһендә эскелек һәм алкоголизмды иҫкәртеүгә йүнәлтелгән саралар тураһында һәм райондың Йәмәғәт палатаһы тураһында положениены раҫлау хаҡында район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы В. Ф. Ғафаров телмәр тотто.
Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов агросәнәғәт комплексын үҫтереү һәм ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең яҙғы сәсеүгә әҙерлек барышы хаҡында мәғлүмәт еткерҙе. Ғалим Наил улы билдәләүенсә, райондың бөтә төр хужалыҡтарына былтырғы ҡоролоҡ сәбәпле өс мең тонна орлоҡ етешмәй. Өҫтәүенә, яҙғы баҫыу эштәрен башҡарыу өсөн финанс ҡыйынлыҡтар бар, банктарҙан кредит юллау мәсьәләһе киҫкен тора.
Район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе торошо һәм уны үҫтереү хаҡында район мәғариф бүлеге начальнигы Б. Х. Илһамов һөйләне. Депутат Дамир Аллаяров уҡыусыларҙың спорт менән шөғөлләнеүенә булышлыҡ итеү маҡсатында, был ойошмаға спорт инвентарҙары алыуға 100 мең һум аҡса бүләсәген белдерҙе һәм башҡа депутаттарҙы ла уның өлгөһөнә ҡушылырға саҡырҙы.
Балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Башҡортостандағы уполномоченныйҙың Әбйәлилдәге йәмәғәт ярҙамсыһы эшмәкәрлеге менән Р. Ә. Шәрәфетдинова таныштырҙы. Депутаттар Рита Әнүәр ҡыҙының ғаризаһы нигеҙендә уны был йәмәғәт бурысынан бушатты һәм намыҫлы эше өсөн район Советы һәм хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Депутаттар Балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса уполномоченныйҙың Әбйәлилдәге йәмәғәт ярҙамсыһы итеп тәҡдим ителгән «Үҙеңде тап» үҫмерҙәр клубының педагог-ойоштороусыһы Алһыу Мусинаны бер тауыштан һайланы.
Әбйәлил районы биләмәһендә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы, опекаға алынған балаларҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар иҫәбенә ҡуйыу тәртибе тураһында район хакимиәтенең юридик бүлеге юрисконсульты В. Ә. Ҡусҡаров сығыш яһаны.
Район хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы И. Р. Ғүмәровтың сығышында һүҙ, муниципаль район хакимиәте һәм Советында эшләүселәрҙең хеҙмәт тәртибе һәм этикаһы кодексы тураһында барҙы.
Депутаттар көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.