Республика Хөкүмәте Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында фәнде үҫтереүгә 75-әр миллион һумлыҡ дүрт грант булдырҙы. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Бөгөн БДУ-ның ғалимдар советы күпселек тауыш менән үҙҙәренең уҡыу йортон ӨДАТУ менән дөйөм Ҙур университетҡа берләштереү тураһында ҡарар ҡабул итте. Бөгөн үткән ултырышта башлыҡ вуздарҙы берләштереү –еңел булмаған процесс икәнлеген билдәләне. Әммә уны мөмкин тиклем ҡатмарлыҡтарһыҙ үтеү өсөн бөтәһе лә эшләнәсәк, тине.
Шулай уҡ Ҙур университетҡа әлегә БР Фәндәр академияһына ҡараған Үҫемлектәр өсөн гербицидтар һәм регуляторҙар етештереү фәнни-тикшеренеү технология институты тапшырыласаҡ.
“Беҙҙең төп бурыс – БДУ һәм ӨДАТУ-ларҙың профессор-уҡытыусылар составына һаҡсыл мөнәсәбәт. Специальность, йүнәлеш, кафедра киҫелештәре 6-10 проценттан артмаҫҡа тейеш. Мәнфәғәттәр бәрелеше булмаһын өсөн ике вуздың вәкилдәре ҡатнашлығында махсус комиссия төҙөргә кәрәк, - тине Радий Хәбиров. – 2019 йылда БДУ-ға 120 йәш тулды, киләһе йыл ӨДАТУ 90 йыллығын билдәләй. Һәр уҡыу йорто артында – ҙур тарих, ун меңләгән сығарылыш студенттары. Шуға үҙенсәлекле традицияларҙы, диссертация советтарын, филиалдарҙы һаҡлап ҡалғы килә”.
Башлыҡ билдәләүенсә, БДУ һәм буласаҡ IQ-парк янында майҙанда вуз-ара кампус төҙөләсәк. Унда ятаҡтар, уҡытыусылар өсөн йорттар, фәнни үҙәк урынлаша.