Күрһәтмә: Килеме бер йәшәү минимумынан (кеше башына 10186 һум) аҙыраҡ булған ғаиләләр быйылдан өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларына өҫтәмә пособие алыу хоҡуғына эйә.
Башҡарылған: Үткән йылда Башҡортостанда өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға тейешле пособиены 137212 бала тәрбиәләгән 106711 ғаилә алған. Матди ярҙамдың дөйөм күләме ете миллиард һумдан ашыу, ә ил буйынса 214 миллиард һум тәшкил иткән. Быға тиклем яҙыуыбыҙса, Владимир Путин 2021 йылдан пособиелар күләмен арттырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Әлегәсә ғаиләләр 4984,5 һум алһа, быйылдан был сумма 10077 һумға тиклем етә ала. Был осраҡта ғаиләнең килем күләме иҫәпкә алына.
Күрһәтмә: 2024 йылға тиклем һаулыҡ һаҡлауҙың бөтә кимәлдәрендә лә табиптарға ҡытлыҡ тулыһынса бөтөрөлөргә тейеш.
Башҡарылған: Башҡортостанда анестезиолог-реаниматолог, акушер-гинеколог, фтизиатр, нарколог, неонатолог, психиатр, педиатр, терапевт, инфекционист, онколог, хирург, эндокринологтар һәм ашығыс медицина ярҙамы табиптары етмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кадрҙарҙың эштән китеүе әле лә күҙәтелә, пенсия йә-шендәге табиптар күп.
2020 йылда республика маҡсатлы ҡабул итеүгә квоталарҙы 956-ға тиклем арттырҙы, йәғни ошо хәтлем йәш белгестең уҡыуын тулыһынса түләйәсәк, ә улар, үҙ сиратында, табипҡа ихтыяж булған дауаханаға эшкә барырға йәки тотонолған аҡсаны кире ҡайтарырға тейеш. Квоталарҙың яртыһы ординатура программаһы буйынса, йәғни эшләп йөрөгән табиптарҙың белемен камиллаштырыуға бүленә. Тағы ла 143 табип ауыл еренә эшкә барған өсөн берәр миллион һумлыҡ аҡсалата ярҙам алды. Ауылдарҙа 120 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды.
2020 йыл һөҙөмтәләренән күренеүенсә, дауаханаларға 2745 белгес эшкә килгән, был ике йыл алдағы осор менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Табиптарға ихтыяж 266 кешегә, фельдшерҙарға 47 кешегә кәмене. Шул уҡ ваҡытта, эпидемиологик хәл-торош арҡаһында, урта медицина белемле хеҙмәткәрҙәргә ихтыяж 502 кешегә артҡан.
Күрһәтмә: 2021 йыл аҙағынаса өс йәшкә тиклемге бөтә балаларҙы ясли урындары менән тәьмин итергә. Беренсе кластан дүртенсегә тиклем бөтә уҡыусылар бушлай йылы аш менән туҡлана башларға, 2021 йыл аҙағына тиклем республиканың барлыҡ мәктәптәренә юғары тиҙлекле интернет селтәре үткәрелергә тейеш.
Башҡарылған: Башҡортостан яңы ясли урындары асып, бөтә федераль талаптарҙы үтәне. Ике айҙан өс йәшкәсә балаларҙы мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә менән тәьмин итеү кимәле 100 процентҡа тиң. Ҡайһы бер төбәктәрҙә өс йәштән ҙурыраҡ балаларға урындар менән проблемалар бар әле. Былтыр республикала йәмғеһе 3900 урынға иҫәпләнгән 24 балалар баҡсаһы төҙөлгән. Мәсьәләне хәл итеү өсөн Башҡортостанда яңы программа ғәмәлгә ашырыла башланы: әгәр ике айҙан өс йәшкәсә балаға баҡсала урын булмай икән, ата-әсә уны шәхси мәктәпкәсә тәрбиә учреждениеһына йөрөтә ала, был осраҡта сығымдарҙы бюджет түләй.
Мәктәп туҡланыуына килгәндә, уны ойоштороу ауыр булманы, ә бына мәктәп ашханаһында бирелгән ризыҡтарҙы тәмле, файҙалы, балалар яратып ашарлыҡ итеү йәһәтенән мәшәҡәттәр бар. Балалар һәр ризыҡты яратып ашаһын, ә ата-әсәләр ҡәнәғәт булһын өсөн тырышырға кәрәк әле.
– Мәктәптәрҙә иҫкергән аҙыҡ-түлек блоктарын алмаштырабыҙ, бөтә балалар ҙа ваҡытында ашап өлгөрһөн өсөн ашханаларҙа урындарҙы арттырыу сараларын күрәбеҙ. Балалар мәктәптә сифатлы ризыҡ ашарға тейеш. Шул уҡ ваҡытта мәктәп туҡланыуының өйҙә әҙерләнгән ризыҡтарҙан айырылыуын аңлап ҡарарға кәрәк. Шуға күрә мәктәптә сәләмәт һәм дөрөҫ туҡланыуҙы киңерәк танытыу зарур, – тине кәңәшмәлә Радий Хәбиров. Ул был һорауға уҡыу йылы аҙағында тағы берҙе әйләнеп ҡайтырға күрһәтмә бирҙе.
2020 йыл башында республикала мәктәптәрҙең һәм колледждарҙың 68 проценты юғары тиҙлекле интернет менән ҡуллана ине. Башҡаларында тиҙлек кимәле насар, ә мәктәптәрҙең өс процентында интернет бөтөнләй юҡ. Пандемия был мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, быйыл ҡалған 316 мәктәпте юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырасаҡтар һәм шуның менән был һорау тулыһынса ябыла.