Рәсми бүлек
18 Мая 2021, 04:55

2021 йылдың 4 июлендә Әбйәлил районы муниципаль районының Әлмөхәмәт, Асҡар, Байым, Буранғол ауыл биләмәләрендә тәғәйенләнгән өҫтәмә депутаттар һайлауҙарын уҙғарыу өсөн һайлау участкалары исемлеге

(Әбйәлил районы муниципаль район хакимиәтенең 68-се ҡарары менән 2021 йылдың 25 февралендә раҫланған)

759-сы һайлау участкаһы — Сиҙәм, Уральский ауылдары. Участка комиссияһы урынлашҡан һәм тауыш биреү бинаһы — Сиҙәм урта мәктәбе, Сиҙәм ауылы, Ленин урамы, 5. Тел.: 2-61-34.
Һайлаусылар 2021 йылдың 4 июлендә тауыш бирәсәк 10-сы һанлы бер мандатлы һайлау округы — Сиҙәм ауылы: Коммунистик, Тыныслыҡ, Еңеү, Урал урамдары, Өмөтбаев урамы (4-се, 19-сы, 21-се йорттарҙан тыш), Сиҙәм урамы (18, 21, 22, 23, 24-се йорттарҙан тыш).
767-се һайлау участкаһы — Асҡар ауылы: Еңеүҙең 40 йыллығы урамы (35-се, 37 – 60-сы йорттар), Гагарин, Дуҫлыҡ, Киров, Матросов, Йәштәр, Пионер, Салауат Юлаев, Таһир Кусимов урамдары, Шайморатов урамы (Көнсығыш биҫтәһенең 12-сенән алып 90-сыға хәтлем йоп һанлы йорттары), Көнсығыш-1, Көнсығыш-2 биҫтәләре. Участка һайлау комиссияһы урынлашҡан һәм тауыш биреү бинаһы — Таһир Кусимов исемендәге гимназия, Асҡар ауылы, Пионер урамы, 2/1. Тел.: 2-24-47.
Һайлаусылар 2021 йылдың 4 июлендә тауыш бирәсәк 7-се һанлы бер мандатлы һайлау округы — Асҡар ауылының Еңеүҙең 40 йыллығы урамы (35-се, 37 – 60-сы йорттар), Дуҫлыҡ, Йәштәр, Пионер, Салауат Юлаев, Таһир Кусимов урамдары.
770-се һайлау участкаһы — Байым, Оло Ғәбдин, Туйыш ауылдары. Участка һайлау комиссияһы урынлашҡан һәм тауыш биреү бинаһы — Байым урта мәктәбе, Байым ауылы, Мәктәп урамы, 22. Тел.: 2-31-47.
Һайлаусылар 2021 йылдың 4 июлендә тауыш бирәсәк 4-се һанлы бер мандатлы округ — Байым ауылының Йәштәр, Үҙәк урамдары (64-сенән 140-сыға хәтлем йоп һанлы йорттар, 59-сынан 107-сегә хәтлем таҡ һанлы йорттар).
776-сы һайлау участкаһы — Буранғол, Исхаҡ ауылдары, Салауат совхозы утары. Участка һайлау комиссияһы урынлашҡан һәм тауыш биреү бинаһы — Буранғол ауыл мәҙәниәт йорто, Буранғол ауылы, Совет урамы, 39/2.
Тел.: 2-37-25.
Һайлаусылар 2021 йылдың 4 июлендә тауыш бирәсәк 6-сы һанлы бер мандатлы һайлау округы — Буранғол ауылы, Совет урамы (1-сенән 36-сыға хәтлем бөтә йорттар, 38-сенән 50-сегә тиклем йоп һанлы йорттар).
Читайте нас