Башҡортостанда алдан тауыш биреүҙә 156 кеше теркәлгән. Кандидаттар араһында 36-нан 50 йәшкә тиклемгеләр – 45 процент тәшкил итһә, йәштәр ҙә әүҙемлек күрһәткән, улар - 35 процент. «Алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың 43 проценты «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы түгел. Иң йәшенә 21, иң оло кешегә быйыл 72 йәш туласаҡ», - тип билдәләне «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.