Рәсми бүлек
21 Мая 2021, 11:40

12 ҡала “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен алды

Рәсәй Президенты В. Путин Рәсәйҙең 12 ҡалаһына “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен биреү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты В. Путин Рәсәйҙең 12 ҡалаһына “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен биреү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Бөйөк Еңеүгә һиҙелерлек өлөш индергән, сәнәғәт предприятиеларында өҙлөкһөҙ етештереүҙе тәьмин иткән, хеҙмәт батырлығы һәм ҡаһарманлығы күрһәткән өсөн бындай дәрәжә Барнаул, Каменск-Уральский, Киров, Коломна, Амурҙағы Комсомольск, Красноярск, Магадан, Пенза, Рыбинск, Северодвинск, Тюмень, Чебоксары ҡалаларына бирелә.
Уҙған йылдың мартында Рәсәйҙең 20 ҡалаһына “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исеме бирелгәйне. Улар араһында республикабыҙ башҡалаһы Өфө, күрше ятҡан Магнитогорск ҡалаһы ошондай дәрәжәгә лайыҡ булды.
Итар-ТАСС
https://tass.ru/politika/11430257
Читайте нас