Башҡортостан Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлын төҙөүгә 11,6 миллиард һум аласаҡ
Был мөһим проект Санкт-Петербургта уҙған халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡаралды. Республика хөкүмәте менән кредиторҙар — ВТБ банкы һәм ВЭБ РФ дәүләт корпорацияһы проектты ғәмәлгә ашырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был ойошмалар биргән кредит лимиты суммаһы – 11,6 миллиард һум тәшкил итә. Проекттың дөйөм хаҡы – 33,5 миллиард һум.
— Өҫтәмә килешеү буйынса, проектты бойомға ашырыу өсөн проект финанслауы файҙаланыла. Һөҙөмтәлә республика бюджеты сығымдары 30 миллиард һумға кәметелде, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн 2024 йылда тамамлау күҙаллана. Объект Өфөнөң 450 йыллығына ҡарата тапшырыласаҡ. Төҙөләсәк юл ҡала һәм төбәк автомобиль юлдарын бушатырға мөмкинлек бирә, ике федераль трассаны үҙ-ара тоташтыра, ҡала аша йөрөү уңайлығын яҡшырта.