«Көстәрҙе шулай итеп берләштерергә кәрәк, 2026 йылдың аҙағына балалары булған ғаиләләрҙә фәҡирлек хәүефен мөмнкин тиклем кәметеү зарур. Беҙҙең дөйөм бурыс – Рәсәй ғаиләһендә етешлекте күтәреү, граждандарҙың килемен арттырыу», – тине ил етәксеһе. Ул был эштең төп нигеҙҙәрен дә барланы: һөҙөмтәле социаль яҡлау, ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа уңайлы мөхит, балалар баҡсаларына сираттарҙы бөтөрөү һәм бөтә төбәктәрҙә лә яңы эш урындары булдырыу. Бөтә был тезистар ҙа В. Путин социаль йүнәлешле партия тип билдәләгән «Берҙәм Рәсәй» партияһы програмаһында сағылыш табасаҡ.