«Бөгөн милектә 5 йылдан әҙерәк булған торлаҡты һатҡан осраҡта килемгә һалым түләнә. Был сумма ҡайһы бер ғаиләләр өсөн арыу уҡ ҙур булып тора, ғаиләгә тиҙерәк яңы торлаҡ алырға нәҡ ошо күләмдә аҡса етешмәүе ихтимал. Мин ике һәм унан күберәк балалы ғаиләләрҙе, әгәр ғаилә календарь йылы дауамында был сараларҙы яңы торлаҡ алыуға йүнәлтә икән, торлаҡ һатыуҙан килемгә һалымдан азат итеүҙе тәҡдим итәм. Ошо рәүешле беҙ халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеген булдыра алабыҙ», – тине дәүләт башлығы.
#ВладимирПутин