Рәсми бүлек
30 Июня 2021, 11:15

Хоҡуҡтарығыҙ боҙолһа...

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы шәхси ҡабул итеүҙә ҡатнашасаҡ.

12 июлдә 14 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем Рәсәй Федерацияһы Президентының ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100-сө йорт) Роспотребнадзорҙың Башҡортостан республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе А. А. Казак юридик шәхестәрҙең, шәхси эшҡыуарҙарҙың ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса норматив-хоҡуҡи акттарҙы һәм мотлаҡ санитар-эпидемиология талаптарын күҙәтеүен, шул иҫәптән коронавирус инфекцияһын профилактикалау һәм был ауырыуға ҡаршы иммунизациялау мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итәсәк.
Ҡабул итеүгә килгәндәрҙең санитар-эпидемиология именлеген тәьмин итеү маҡсатында Рф Президентының ҡабул итеү бүлмәһендә республикала индерелгән санитар-эпидемияға ҡаршы саралар күҙәтеләсәк. Ҡабул итеүгә килгәндәрҙең ҡулланыуға рөхсәт телгән битлектәрҙә һәм бирсәткәләрҙә булыуы һәм бинала социаль дистанцияны күҙәтеүе мотлаҡ. Белешмәләр өсөн тел.: (347) 229-74-75; 229-74-76
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас