Унда ике ил етәксеһе киләһе йылға республикаға һатыласаҡ газ хаҡы тураһында һөйләште. Рәсәй президенты матбуғат секретаре Дмитрий Песков һөйләүенсә, 2022 йылда Беларуссия республикаһына оҙатыласаҡ газ хаҡы быйылғы кимәлдә, йәғни бер мең кубометрына 127 доллар булып ҡаласаҡ. Шулай уҡ ике яҡ кредит күләме, таможня, һалым көйләү, энергетика өлкәләре буйынса һөйләшеүҙәр үткәрҙе.