Рәсми бүлек
15 Июль 2021, 06:55

Путин менән Лукашенко осрашты

Санкт-Петербургта ике ил етәксеһе нимә тураһында һөйләште?#Путин

Владимир Путин Петербургта Белоруссия президенты Александр Лукашенко менән осрашты. Ике ил етәксеһе таможня, энергетика, һалымдар буйынса һөйләшеү алып барҙы.

Путин Белоруссияны Рәсәйҙең иҡтисади йәһәттән ышаныслы партнеры тип белдерҙе.
Ил башлыҡтары Рәсәйҙә һалым системаһындағы үҙгәрештәргә бәйле кредит ярҙамы күләмен билдәләне. Шулай уҡ әңгәмәселәр Белоруссияға оҙатылған газ хаҡы 2022 йылға үҙгәрешһеҙ ҡалып, әлеге тариф буйынса оҙатылыуына килеште. Биш сәғәт дауам иткән һөйләшеү ике яҡ өсөн дә әһәмиәтле булды.
#Путин
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас