Арҙаҡлы ғалим-филолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте
Ғайса Батыргәрәй улы — йәҙәрләгән ғилми хеҙмәттәр авторы, башҡорт мәктәптәре өсөн дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, хрестоматиялар һәм ғилми-методик эштәр авторы, фольклорсы-йыйыусы,тикшеренеүсе. Айырым яҙыусыларҙың әҫәрҙәренең, төрлө йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәр йыйынтыҡтарының төҙөүсеһе, ғилми мөхәррире булып тора. Фән һәм әҙәбиәт үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән, бихисап йәш ғалим тәрбиәләп ғилем юлына баҫтырған, халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт иткән, ҡабатланмаҫ оло рухи мираҫ ҡалдырған ил ағаһы хаҡында яҡты иҫтәлек күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр
Ғалимдың ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.