Рәсәй Президенты Владимир Путин Токио олимпиадаһында призер булған спортсыларҙы юғары дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Олимпиадала еңеү яулаған спортсылар илдә спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре, юғары спорт ҡаҙаныштары, еңеүгә ынтылыштары өсөн Александр Невский, Почет һәм Дуҫлыҡ ордендары, I һәм II дәрәжәле “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдары аласаҡ.
Билдәле булыуынса, Токиолағы йәйге олимпиадала Рәсәй йыйылма командаһы рәсми булмаған миҙалдар иҫәбендә Бөйөк Британия, Япония, АҠШ һәм Ҡытай илдәре командаларынан ҡалышып, бишенсе урынды яуланы. Беҙҙең ил командаһы 20 алтын, 28 көмөш, 23 бронза миҙал алыуға өлгәште.