Рәсәй Президенты Владимир Путин WorldSkills Russia чемпионаты финалсыларын сәләмләне
«Был сарала ҡатнашыусыларҙың күп булыуы донъяла эшсе һөнәренең абруйы күтәрелеүе һәм WorldSkills халыҡ-ара хәрәкәтенең ҡиммәттәренең нығына һәм популярлаша барыуы хаҡында һөйләй. Көсөргәнешле көрәштә йәш һөнәрмәндәр үҙҙәренең оҫталығын һәм ҡатмарлы, һөнәри бурыстарҙы сифатлы һәм тиҙ генә хәл итә алыуҙарын иҫбат итеүгә һәләтле булыуҙарын күрһәтә алырҙар, тип ышанам.
Һәм, әлбиттә, бындай форумдар үҙеңде күрһәтеүгә, тәжрибәң һәм белемең менән уртаҡлашыуға, дуҫтарса аралашыуға мөмкинлек бирә. Үҙ эшегеҙҙә иң яҡшы тип табылырға, уңыштарға өлгәшергә ярҙам иткән һеҙҙең тренерҙарыҙға, кәңәшсе-тәрбиселәрегеҙгә айырыуса рәхмәт һүҙәҙремде еткерәм” — тигән һүҙҙәр бар Ил етәксеһе БР Башлығы Радий Хәбиров адресына "Йәш һөнәрмәндәр" (WorldSkills Russia) IX Милли чемпионатта ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарына ебәргән сәләм хатында.