Рәсәй Президенты Владимир Путин “Хеҙмәттәге уңыштар өсөн” почет билдәһе булдырыу тураһында”ғы указға ҡул ҡуйҙы.
Указға ярашлы, бындай маҡтау билдәһе менән сәнәғәт һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереү өлкәһендә, иҡтисад, фән, мәҙәниәт, сәнғәт мәғрифәте, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, физкультура һәм спорттағы юғары ҡаҙаныштары өсөн, дәүләт алдындағы һуңғы биш йыл эсендәге башҡа ҡаҙаныштары өсөн предприятие, ойошма, учреждение коллективтары бүләкләнә.
Президентҡа коллективтарҙы бүләкләү тураһында тәҡдим менән федераль дәүләт органдары етәкселәре йәки Рәсәй төбәгенең юғары етәксеһе сыға ала. Унда хеҙмәт коллективының ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәт булырға тейеш. Ҡағиҙә булараҡ, “Хеҙмәттәге уңыштары өсөн” билдәһе менән бүләкләү йылына бер тапҡыр, Яҙ һәм хеҙмәт байрамы (1 май) алдынан була, тип аныҡлана рәсми документта. Йылына биш коллектив бүләкләнеүе мөмкин, ҡабаттан бындай юғары билдә бирелмәй. Хеҙмәт коллективына билдә менән бергә маҡтау ҡағыҙы тапшырыла.