Рәсми бүлек
31 Августа 2021, 10:00

Путин хәрбиҙәргә һәм тәртип һаҡсыларына 15-әр мең һум түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Түләмде хәрбиҙәр, курсанттар, прокурорҙар, тәфтиш комитеты, эске эштәр органдары, енәйәти-яза башҡарыу системаһы органдары, дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәт, таможня хеҙмәткәрҙәре һәм росгвардиясылар аласаҡ. #ВладимирПутин

Добавить в предпочтительные источники Google

Рәсәй Президенты В. В. Путин хәрбиҙәргә һәм тәртип һаҡсыларына бер тапҡыр бирелә торған түләм тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Түләмде хәрбиҙәр, курсанттар, прокурорҙар, тәфтиш комитеты, эске эштәр органдары, енәйәти-яза башҡарыу системаһы органдары, дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәт, таможня хеҙмәткәрҙәре һәм росгвардиясылар аласаҡ. Түләмдең суммаһы – 15 мең һум. Ул тәғәйен категорияларға ҡараусыларға сентябрҙә күсерелә.

#ВладимирПутин

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас