Рәсми бүлек
3 Сентябрь 2021, 03:35

Ил башлығы Владивостокта булды

Бында Владимир Путин адмирал Г.И.Невельский исемендәге Көнсығыш диңгеҙ дәүләт университетының тренажер үҙәге менән танышты. #ВладимирПутин

Бында Владимир Путин адмирал Г.И.Невельский исемендәге Көнсығыш диңгеҙ дәүләт университетының тренажер үҙәге менән танышты.

Ошо йылдың июлендә файҙаланыуға тапшырылған тренажёр  үҙәк – күп функциялы суднолар экипаждары ағзаларын һәм диңгеҙ белгестәрен әҙерләүҙә  үҙенсәлекле комплекс булып тора.

Президент күнекмәләр үткәреү барышын ҡараны, университеттың алдынғы фәнни-техник эштәре менән танышты, шулай уҡ курсанттар менән әңгәмәләште.

В. Путин ҡушыуы буйынса Диңгеҙ университетында “Елкәндәр аҫтында мәктәп”эшләп килә, уның маҡсаты — йәштәрҙе Көнсығыштың тарихы менән таныштырыу, Рәсәйҙең хәрби дан урындары буйлап елкәндәрҙә дингеҙҙә сәйәхәттәр ойоштороу.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас