Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Америка лидеры Джо Байден араһында яңы осрашыу буласағы билдәле булды.
Рәсәй һәм АҠШ илдәре вәкилдәре араһында осрашыуҙы ойоштороу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Уның октябрҙә булыуы мөмкин. Ике ил башлыҡтары осрашыуында донъялағы стратегик тотороҡлолоҡ, ҡоралды контролдә тотоу, киберхәүефһеҙлек, Украина, Афғанстан, Үҙәк Азия һәм Яҡын Көнсығыш илдәренә ҡағылған һорауҙар ҡараласаҡ.