Федераль законда, “Ауыл туризмы” тип, ял итеү маҡсатында ауыл ерендә йәки утыҙ меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалаларҙа булыу, традицион йәшәү урынына ылыҡтырыу, ауыл хужалығы эштәрендә ҡатнашыу мөмкинлеге булдырыу һәм уларҙы ваҡытлыса урынлаштырыу, экскурсия һәм ял ойоштороу билдәләнә. Республика Парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, ауыл туризмын үҫтереү - ауыл һәм бәләкәй ҡалалар өсөн дөйөм донъя тренды һәм потенциаль табыш сығанағы. "Коронавирус пандемияһы ауыл туризмы хеҙмәттәренә ихтыяждың артыуына килтерҙе, - тине Константин Толкачев. Бындай сәфәр ҡиммәт түгел, ә туристар ағымының тығыҙлығы вирус менән осрашыу ихтималлығын кәметә. Бөтә донъя туризм буйынса ойошмаһы баһалауынса, һуңғы бер нисә йылда ауыл туризмы донъя иҡтисадының иң тиҙ үҫешкән тармаҡтарына ингән. Ауыл туризмы киң төрлө. Шул уҡ ваҡытта ул ҙур сығымдар талап итмәй һәм булған мөмкинлектәрҙе: тәбиғәт ресурстарын, тарихи-мәҙәни тәғәйенләнештәге урындарҙы, ауыл торлаҡ фонды объекттарын, шәхси хужалыҡтарҙың продукцияһын файҙаланыу менән отошло ". Ауыл туризмын үҫтереү ауылдарҙың һәм бәләкәй ҡалаларҙың милли-мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.