Рәсми бүлек
14 Октября 2021, 07:42

Тотороҡлолоҡ мөһим

Газ баҙары өсөн тотороҡлолоҡ һәм билдәлелек мөһим.  #ВладимирПутин

Шуға күрә, Рәсәй,  йыл аҙағына тиклем донъя баҙарына сығарыласаҡ газ күләмен арттырасаҡ, тип вәғәҙәләне ил Президенты Владимир Путин. "Рәсәй үҙенең партнерҙары алдында, газ буйынса контракт йөкләмәләрен тулыһынса үтәй, был йүнәлештә өҙлөкһөҙ газ биреүҙе тәьмин итә. Йыл аҙағына донъя баҙарына газ сығарыу күләмен арттырыуға бөтә тәүшарттар бар ", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. Европаға газ сығарыу 15 процентҡа артты, әммә партнерҙар тағы ла өҫтәүҙе һораһа, Рәсәй быға әҙер, тип өҫтәне ул.

      Владимир Путин  был хаҡта  "Рәсәй энергетика аҙналығы" форумының пленар ултырышындағы  сығышында  белдерҙе.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас