Шулай уҡ өсөнсө һәм өстән күберәк балалары тыуған ғаиләләр өсөн миллион һум аҡса түләргә тәҡдим итте. Ул Хөкүмәткә 1 ноябргә тиклем ошо бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүҙе биреү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты. Аҡсаны ЗАГС органдарында бала тыуыуын теркәгән ғаиләләр аласаҡ. Уны төбәктә торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә киткән сығымдарҙы ҡаплауға йүнәлтергә мөмкин.
Бынан тыш, Хөкүмәткә 3 ноябргә тиклем Алыҫ Көнсығыш федераль округының һаулыҡ һаҡлау ойошмаларын граждандарҙы, шул иҫәптән COVID-19 сирләгән кешеләрҙе медицина реабилитациялау программаһына индерергә кәрәк буласаҡ. Йөкләмәләр исемлегенән күренеүенсә, министрҙар кабинеты шулай уҡ халыҡтың тығыҙлығы түбән булған райондарҙа һәм алыҫ урындарҙа урынлашҡан дәүләт медицина учреждениеларын һәм уларҙың бүлексәләрен финанслау сығанаҡтарын формалаштырыу буйынса махсус сараларҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләһен дә ҡараясаҡ.