Рәсми бүлек
29 Октября 2021, 05:49

Район Советында

Муниципаль район Советының сираттағы ултырышында депутаттарҙан тыш, ауыл биләмәләре башлыҡтары, район хакимиәтенең яуаплы хеҙмәткәрҙәре, учреждениелар, предприятиелар, ойошмалар етәкселәре, эске эштәр бүлеге һәм прокуратура вәкилдәре, ауыл старосталары ҡатнашты.

Муниципаль район Советының сираттағы ултырышында депутаттарҙан тыш, ауыл биләмәләре башлыҡтары, район хакимиәтенең яуаплы хеҙмәткәрҙәре, учреждениелар, предприятиелар, ойошмалар етәкселәре, эске эштәр бүлеге һәм прокуратура вәкилдәре, ауыл старосталары ҡатнашты.

Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары А. Р. Дәүләтбаев район биләмәһендә йәштәрҙең ялын ойоштороу хаҡында доклад менән сығыш яһаны.
Бәлиғ булмағандар тарафынан хоҡуҡ боҙоуҙарҙы, уларҙың ҡарауһыҙ ҡалыуын иҫкәртеү хаҡында бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия секретары Н. Ғ. Фәттәхова һөйләне.
Район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов ауыл хужалығы предприятиеларында малдарҙы ҡышлатыуға әҙерлек барышы тураһында һүҙ алып барҙы.
Ауылдарҙа старосталар тураһында ҡануниәтте тормошҡа ашырыу хаҡында район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев отчет тотто һәм район биләмәһендә дини символдарҙы урынлаштырыу тураһында положение менән таныштырҙы. Булат Юныс улы шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында» район Советы ҡарары проекты һәм уның буйынса асыҡ тыңлауҙар хаҡында ла бәйән итте.
Район хакимиәтенең архитектура бүлеге начальнигы Р. Н. Хисмәтовтың сығышы 2021-2022 йылдарҙа районда белем биреү учреждениеларын төҙөү барышы һәм был тәңгәлдәге пландар хаҡында булды. Рафиҡ Нәжип улы район биләмәһендәге муниципаль торлаҡ контроле һәм муниципаль район Советының 2007 йылдың 27 апрелендә ҡабул ителгән «Граждандарҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар сифатында иҫәпкә ҡуйыу маҡсатында аҙ тәьмин ителгән тип таныу һәм уларға социаль ҡуртым буйынса торлаҡ биреү тураһында положениены раҫлау хаҡында»ғы 173-сө һанлы ҡарарына индерелгән үҙгәрештәр менән таныштырҙы.
Башҡортостан Башлығы тарафынан ҡушылған эштәрҙең үтәлеш сифаты һәм уның буйынса документтарҙы тултырыу торошо буйынса район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Д. З. Сәйетғәлин отчет тотто.
Сауҙа объекттары булмаған ауылдарҙы сауҙа хеҙмәте күрһәтеү мәсьәләһе буйынса район башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов мәғлүмәт еткерҙе. Руслан Ғөзәйер улы район ҡаҙнаһында булған муниципаль милекте Буранғол һәм Ташбулат ауыл биләмәләренә күсереү тәртибе тураһында ла әйтте.
2-се Амангилде һайлау округынан район Советы депутаты Д. М. Сафин үҙенең округындағы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас