Рәсми бүлек
10 Ноября 2021, 12:05

Радий Хәбиров: ”Бөтә көс вакцинацияға йүнәлтелгән”

Республика Башлығының “Рәсәй-24” каналына биргән интервьюһы: "Ағымдағы көҙ республика өсөн коронавирус буйынса бөтә пандемия осоронда иң ҡатмарлыһы булды. Коронавирус инфекцияһы менән пациенттарҙы дауалау койкалры был осорҙа 8,5 меңгә етте".

Республика Башлығының “Рәсәй-24” каналына биргән интервьюһы:

- Әлеге ваҡытта бөтә көстәр йүнәлтелгән төп сара – вакцинация.

Халыҡ вакцина эшләтеүҙең кәрәклеген аңлаһын өсөн сикләү саралары ҡаралды. Төп логика шунда: күпселек учреждениеларға прививка тураһындағы белешмәһеҙ инеп булмай. Сикләүсе сараларҙың асылы бына ошонда ла инде. Был мәҙәниәт, спорт учреждениеларына, йәмәғәт туҡланыуы урындарына һәм көнкүрештәге башҡа өлкәләргә ҡағыла.

Бөгөндән ғәмәлгә ингән һуңғы сикләүҙәрҙә һүҙ сауҙа объекттарының тағы бер категорияһы – майҙаны 1000 квадрат метрҙан ашыуыраҡ булған гипермаркеттар тураһында бара. Уларға хәҙер вакцина эшләтеү турһындағы QR—кодлы сертификат, һуңғы ярты йыл эсендә COVID-19 менән сирләгәнең хаҡында белешмә йәки прививка ҡаҙатыуҙан табип тарафынан азат ителеүең тураһында документ менән бергә яңыраҡ эшләтелгән һәм кире һөҙөмтә биргән ПЦР-тест менән генә инеп була.

Әйткәндәй, сикләү саралары һиҙелерлек һөҙөмтә бирә. Улар индерелгәндән вакцина эшләтеү темпттары артты. Уға тиклем прививканың беренсе компонентын эшләтеүселәр һаны көнөнә 2 мең кеше булһа, хәҙер тәүлек эсендә 20 мең самаһына етә.

Эшләмәгән көндәр файҙаһын бирҙе. Эпидемиологик сылбырҙы өҙә алдыҡ, тип уйлайым. Нимә күрәбеҙ? Беренсе – ауырыусылар кәмене. Икенсе – коронавирустан үлеүселәр әҙәйҙе. Ә иң мөһиме – һаулыҡ һаҡлау системаһына көсөргәнеш кәмене.

Дөйөм алғанда, быйылғы көҙ республика өсөн коронавирус буйынса бөтә пандемия осоронда иң ҡатмарлыһы булды. Коронавирус инфекцияһы менән пациенттарҙы дауалау койкалры был осорҙа 8,5 меңгә етте. Хәҙер 6 мең койка ҡалды.  Йәғни инфекция койкаларын 2,5 меңгә кәметә алдыҡ.

Бөтә процестар менән оператив штаб сиктәрендә идара итәбеҙ. Республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ғәйрәтле эшләй. Был ваҡыт арауығында беҙ нимәгә өйрәндек? Сир көсәйә башлаһа, шунда уҡ кәрәкле кимәлгә тиклем койкалар һанын арттырабыҙ. Әгәр түбәнәйеүгә китһә – кәметәбеҙ. Бөтә инфекция койкалары ла кислород менән йыһазландырылған. Беҙҙә кәрәкле ҡорамалдар бар, кислород етә һәм башҡалар.

 

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас