Рәсми бүлек
11 Ноября 2021, 07:18

Матбуғат конференцияһына әҙерлек бара

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһына әҙерлек бара.  #ВладимирПутин

Был хаҡта Кремлдең рәсми вәкиле Дмитрий Песков белдерҙе.  Уның һүҙҙәренсә, был сара декабрҙә үтеүе ихтимал. Ил башлығы В. Путиндың матбуғат конференцияһы ғәҙәти форматта әҙерләнә, тине ул. Былтыр  коронавирусҡа пандемияһы сәбәпле сараның форматы үҙгәртелгәйне, журналистарҙың бер өлөшө Президент менән Мәскәү ҡалаһы эргәһендәге  Ново-Огарево резиденцияһында ҡатнашып, бер өлөшө халыҡ-ара сауҙа үҙәгенән видеобәйләнеш аша аралашты.

       Әйткәндәй, Президент Владимир Путин журналистар менән 2001 йылдан алып  матбуғат конференцияһы форматында осраша.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас