Рәсми бүлек
18 Ноября 2021, 07:52

Эске авиация маршруттары тергеҙелә

Рәсәй баҙары 2021 йылда эске ташыуҙарҙы тергеҙеү күләме буйынса алда бара.  #ВладимирПутин

Добавить в предпочтительные источники Google

Был хаҡта "Аэрофлот" компанияһы башлығы Михаил Полубояринов Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыу ваҡытында белдерҙе.

      Бөтә донъя авиация тармағында көрсөк дауам иткән ваҡытта, Рәсәйҙә хәл яҡшыра бара, тип билдәләне компанияның генераль директоры. Уның һүҙҙәренсә, ағымдағы  йылдың ете айында пассажир ташыусы үҙ позицияларын 70 процентҡа тиерлек тергеҙгән. Пассажир ағымын арттырып  тергеҙеү,  маршруттарҙың яңы селтәрен ғәмәлгә индереү һөҙөмтәһендә мөмкин булды, тип билдәләне ул.  "Аэрофлот" етәксеһе  шулай уҡ халыҡ-ара ташыуҙарҙы тергеҙеү темптарының түбән ҡалыуын билдәләне,  былтырғы кимәлгә тиклем күтәрелеүгә 62 процент етмәй.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас