Рәсми бүлек
26 Ноября 2021, 06:45

"Һәләк булғандарҙың туғандарына - сабырлыҡ, батырлыҡ, рух ныҡлығы..."

Ил Президенты  Кемерово өлкәһенең “Листвяжная” шахтаһында һәләк булғандарҙың ғаиләләренең, туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. #ВладимирПутин

Билдәле булыуынса, 25 ноябрҙә, “Ростехнадзор”ҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, елләтеү штректарының береһендә шартлау булды. Ошо айҡанлы дәүләт башлығы Владимир Путин Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилевҡа һәм Граждандар оборонаһы,ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре буйынса министр вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Александр Чуприянға зыян күргәндәргә кәрәкле ярһам күрһәтеүҙе ойошторорға һәм ҡотҡарыу эштәрен дауам итеүгә бар көстө йәлеп итергә ҡушты.

“Листвяжная” шахтаһында кешеләр һәләк булыу сәбәпле, уларҙың яҡындарыныңауыр ҡайғыһын уртаҡлашты Владимир Путин: “Был фажиғә йөрәктәребеҙҙе тетрәтте. Һәләк булғандарҙың туғандарына - сабырлыҡ, батырлыҡ, рух ныҡлығы. Зыян күргәндәрҙең барыһына ла тиҙ арала һауығыу теләйем”.

 

Фото :news.ru

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас