+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
10 Декабрь 2021, 11:11

Депутатҡа өмөт бағлап киләләр

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров район халҡын йыш ҡабул итһә лә, һорауҙар кәмемәй

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров район халҡын йыш ҡабул итһә лә, һорауҙар кәмемәй

29 йыл «Йәнгел» совхозында һауынсы булып эшләгән ҡатындың дөйөм хеҙмәт стажы өс тиҫтә йыл тәшкил итә, һуңғы йылын ул һауынсы булып эшләгән. 10 мең һум тирәһе пенсия ала. «Ауыл хужалығында 30 йылдан ашыу эшләгәндәргә пенсияға 25 процент өҫтәлә, минең бер генә йылым тулмау арҡаһында — юҡ, шуны берәй нисек хәл итеп булмаймы?» — тип ҡыҙыҡһынды ул. Зариф Закир улы пенсия билдәләгәндә бөтә эш осоро иҫәпкә алынмағандыр, яңынан документтар менән Пенсия фондына барып, ҡайтанан һанатып ҡарағыҙ тип кәңәш итте. Мөрәжәғәт итеүсенең тағы бер һорауы газ үткәреүгә ҡағылды. Улар льготалы категория граждандарына йорттарҙы газ селтәренә бушлай тоташтырыуға сертификат тураһында закон сыҡҡансы өйҙәренә газ үткәргән. Газ үткәргән өсөн хәҙер компенсация алып булмаймы тип һораны ул. Был закон сыҡҡанға тиклем газ үтһә, мөмкин түгел тип яуапланы З. Байғусҡаров.
Таштимер ауыл биләмәһе депутаты Рушан Әхмәтйәнов Салауат ауылындағы проблемалар хаҡында һөйләне. Яҙғы-көҙгө осорҙа М. Рәхмәтуллин урамына ингән ерҙән үтеп булмай, тине ул. Был юлды ремонтларға, 300-400 метр арауыҡҡа ҡырсынташ түшәргә кәрәк. Шулай уҡ М. Мортазин урамының бер яғында фонарҙәр янмауына зарланды. Урындағы депутатты иғтибар менән тыңлағандан һуң: «Бындай мәсьәләләрҙе урындағы кимәлдә лә хәл итергә мөмкин. Төҙөкләндереү өсөн ауыл биләмәләренә етерлек аҡса бүленә. Яҡтылыҡ ҡуйыу артыҡ сығым талап итмәй», — тине Зариф Закир улы.

 

 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: