Быйыл декабрҙә Башҡортостан Республикаһының муниципаль хеҙмәткәрҙәре араһында коррупцион йүнәлештәге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса конкурс уҙғарылды. Уның һөҙөмтәләре буйынса Әбйәлил районы хакимиәте муниципалитеттар араһында беренсе урынды яуланы. Район хакимиәтендә коррупцион енәйәттәрҙе иҫкәртеү, ришүәтселеккә юл ҡуймау буйынса ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында хакимиәттең хоҡуҡи тәьминәт һәм кадрҙар бүлеге начальнигы Илфат Ғүмәров һөйләй.
Коррупция күренештәренә ҡаршы тороу һуңғы йылдарҙа бөтә донъяла һәм Рәсәйҙә көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. Сөнки ришүәтселек арҡаһында граждандарҙың хоҡуҡтары боҙола, ойошмаларға ҙур матди зыян килтерелә. «Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында»ғы 273-сө Федераль законға ярашлы бөтә власть органдарының, шул иҫәптән муниципаль органдарҙың эшмәкәрлеге бындай кире күренештәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелергә тейеш. Әбйәлил районы муниципаль район хакимиәте федераль ҡануниәткә, 2021 – 2024 йылдарға ҡарата ҡабул ителгән коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса милли планға нигеҙләнгән сараларға таянып эшләй, яңы алымдар ҙа ҡулланыла.
Коронавирус пандемияһы ҡуйған сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, урындағы үҙидара органдары, коррупцияға ҡаршы комиссия, хакимиәттең вазифауи кешеләре ҡуйылған пландарҙы теүәл үтәүгә тырышлыҡ һалды.
Район хакимиәтендә хоҡуҡи акттарҙағы үҙгәрештәргә даими мониторинг алып барыла, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса яңы хоҡуҡи акттар сығарыла, йәки булғандарына төҙәтмәләр индерелә. Документтар барыһы ла хакимиәттең рәсми сайтында урынлаштырыла. 2021 йылда Әбйәлил районы хакимиәтендә коррупцияға ҡаршы көрәш тармағында 6 норматив хоҡуҡи акт ҡабул ителде, район башлығы ҡарары менән 2021 – 2024 йылдарға саралар планы раҫланды.
Район хакимиәте ведомствоһында булған ойошмалар квартал һайын үҙҙәрендә ришүәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса ниндәй эштәр атҡарылыуы хаҡында мәғлүмәт бирә. Был эштең һөҙөмтәһе тип быйыл 52 кешене — ауыл биләмәләренең муниципаль хеҙмәткәрҙәренең һәм хакимиәт ведомствоһында булған ойошмалар етәкселәренең квалификацияһын арттырыуҙы әйтергә була. Улар барыһы ла БАГСУ базаһында белемен нығытты һәм коррупцияға ҡаршы көрәш алымдарын өйрәнде.
2012 йылдан башлап ауыл биләмәләре башлыҡтары өсөн ҡануниәттәге үҙгәрештәрҙе өйрәнеү буйынса «Яҡты-Күл» шифаханаһы базаһында күсмә семинарҙар ойошторола. Унда эске эштәр бүлеге, Пенсия фонды идаралығы, Мәшғүллек үҙәге һәм башҡа дәүләт органдары белгестәре ҡатнашып, башлыҡтар өсөн уҡыуҙар уҙғара.
Йыл һайын муниципаль хеҙмәткәрҙәр, депутаттар һәм етәкселәр килемдәре тураһында декларация тапшыра. Коррупция хәүефе сығанаҡтарын баһалау буйынса анализ яһала.
9 – 10 декабрҙә Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө уңайынан район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы диктантта ҡатнашты. Бынан тыш муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн коррупцияны иҫкәртеү һәм муниципаль хеҙмәт тураһында закондарҙы белеүгә тест һынауҙары ойошторола.
Муниципаль район хакимиәте артабан да Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы закондарына таянып, муниципаль хоҡуҡи акттарға нигеҙ-ләнеп, коррупцияға ҡаршы көрәш йүнәлешендә нәтижәле эшләйәсәк.
Р. МӘСӘЛИМОВА яҙып алды.