+22 °С
Ясно
23 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҙур матбуғат конференцияһы үтәсәк. Сара Мәскәү ваҡыты буйынса 12 сәғәттә башлана. Уны барлыҡ федераль каналдар күрһәтәсәк.
Путин журналистарҙың һорауҙарына яуап бирәсәк. Осрашыуға 500 журналист килә. Пандемия сәбәпле, быйыл шулай. Матбуғат конференцияһы үтә торған зал да, башҡа йылдағыға ҡарағанда, ҙурыраҡ буласаҡ.