Рәсми бүлек
13 Января 2022, 12:49

Рәхмәт белдергән

Ҡаҙаҡстан Президенты К. Токаев Рәсәй Президенты  В. Путинға илдә тәртипте тергеҙеүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдергән. #ВладимирПутин

Ил Башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков һүҙҙәренсә, президенттар телефон аша аралашҡан. Улар республикалағы хәлде тулыһынса тотороҡландырыу өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәклеген тикшергән. Был шылтыратыуҙың көнүҙәк темаһы булып тыныслыҡ урынлаштырыусы ғәскәрҙәр контингентын Ҡаҙағыстан территорияһынан сығарыу торған. Рәсәйҙең Оборона министрлығында билдәләүҙәренсә, тыныслыҡ урынлаштырыусылар бер тапҡыр ҙа ҡорал ҡулланыу тураһында бойороҡ алмаған, улар араһында юғалтыуҙар юҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас