Рәсми бүлек
25 Января 2022, 07:35

Әбйәлилдә заманса спорт объекты

Район биләмәһендә бассейны менән заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөләсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google

Яңы проект 20 ғинуарҙа “Инвестиция сәғәте”ндә ҡаралды. Әбйәлил районы биләмәһендә заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөү проекты тураһында “Магнитогорск металлургия комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең эштәр һәм социаль үҫеш идаралығы начальнигы Алексей Коваленко һөйләне.  Һүҙ “Уральские зори” балалар белем биреү үҙәге базаһында  төбәк спорт әҙерлеге үҙәге төҙөү тураһында барҙы.

Инвесторҙар был маҡсатта яңы объект өсөн урын һайлаған һәм ер майҙанын ҡуртымға рәсмиләштергән. Әле дөйөм хаҡы 640 миллион һумға торошло объекттың проект документацияһы дәүләт экспертизаһы үтә.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексында балалар һәм үҫмерҙәр  мини-футбол, волейбол, баскетбол, теннис, йөҙөү һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөллөнә аласаҡ. Заманса спорт майҙансыҡтары төбәк-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.

Объектты 2023 йылдың көҙөнә асыуҙы планлаштыралар.

 Үҙәкте эшкә ебәреү өсөн һыу һәм йылылыҡ инженер селтәрҙәрен яңыртыу һәм шулай уҡ транспорт инфраструктураһын үҫтереү талап ителә.

 Республика Башлығы Радий Хәбиров спорт объектын төҙөү башланғысын хупланы һәм Башҡортостан Хөкүмәтенә яңы комплексты  ресурстар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса инвесторҙар ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрергә, шулай уҡ физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә  урындағы халыҡты  киңерәк йәлеп итергә ҡушты.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас