Рәсми бүлек
18 Февраля 2022, 09:51

Путин бер төркөм Рәсәй Хәрби көстәренең хеҙмәткәрҙәренә генерал званиеһын бирҙе

 Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы  менән РФ Хәрби көстәренең 26 хәрби хеҙмәткәренә генерал званиеһы бирелде #ВладимирПутин

Генерал-майор званиеһы егерме дүрт полковникка бирелде. Беренсе рангтағы ике капитан контр-адмирал исемен алды. Бынан тыш, дүрт юғары офицер - генерал-лейтенант, бер контр-адмирал вице-адмирал булды. Рәсәй гвардияһының дүрт хеҙмәткәренә - генерал-майор, Рәсәй гвардияһының бер хеҙмәткәренә генерал-лейтенант исеме бирелде. Тағы ла алты хәрби хеҙмәткәр полиция генерал-майоры исемен алды. Шулай уҡ  Эске эштәр министрлығының һигеҙ хеҙмәткәре полиция генерал-лейтенанты һәм генерал-майоры һәм юстиция генерал-майоры исемдәрен алды. Бынан алда ил Президенты  Владимир Путин Кемерово өлкәһе «Листвяжная» шахтаһынан алты тау ҡотҡарыусыһын  “Батырлыҡ ордены”  менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйғайны. Шуларҙың  бишәүһе үлгәндән һуң бүләкләнеүселәр, улар ер аҫтында ҡамауҙа ҡалған шахтерҙарҙы ҡотҡарыу барышында һәләк булыусылар.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас