-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
18 Март 2022, 09:06

Ҡырым менән Севастополде үҫтереү программаһы оҙайтыла

Ҡырым менән Севастополде үҫтереү программаһын 2027 йылға тиклем оҙайтырға кәрәк тигән тәҡдим менән сығыш яһаны ил Башлығы был төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә. #ВладимирПутин

Ҡырым менән Севастополде үҫтереү программаһын 2027 йылға тиклем оҙайтырға кәрәк тигән тәҡдим менән сығыш яһаны ил Башлығы был төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә.

Быға тиклем эшләп килгән программалар 2025 йылға тиклем иҫәпләнгәйне.

“Ҡырым менән Севастополде үҫтереү программаһын 2027 йылға тиклем оҙайтырға кәрәк, киләсәктә 2030 йылға тиклем оҙайтыуҙы ла күҙ уңында тоторға кәрәк”, - тине Владимир Путин.

Ил Башлығы Ҡырымда һәм Севастополдә уңайлы ҡала шартатры булдырыу программаһын финанслау күләмен кәметмәҫкә ҡушты.

Программаларҙың төп маҡсаты –йәшәү кимәлен күтәреү, инфраструктураны үҫтереү һ.б.

Төбәктәр ярымутрау өсөн өҫтөнлөклө булған инвестпроекттар исемлеген төҙөнө лә инде. Былар - сәнәғәт, төҙөлөш, логистика һәм туризм һ.б.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: