+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
31 Март 2022, 08:33

Федераль үҙәктән финанс ярҙамы 82,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк

Ағымдағы йылда Башҡортостан республикаһына федераль ҡаҙнанан 82,5 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был сик түгел, йыл дауамында социаль сәйәсәткә һәм инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуға өҫтәмә ассигнованиелар көтөлә. Шул уҡ ваҡытта быйылғы йылда федераль бюджеттан аныҡ объекттар һәм саралар өсөн бирелгән маҡсатлы трансферттар өлөшө 71 процентҡа тиклем артҡан. Бынан тыш, республика илдең  милли проекттарын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. 2019-2021 йылдарҙа 52,1 миллиард һум федераль аҡса йәлеп ителгән, йәки Башҡортостан республикаһы ҡаҙнаһынан берлектә финанслауҙы иҫәпкә алғанда ул 83,1 миллиард һум булған. Тәбәк бюджетында йәшәү сифатын күтәреү һәм социаль йөкләмәләр буйынса сығымдар өҫтөнлөклө ҡала. Бюджет сығымдарының төп өлөшө, йәки дүрттән өс өлөшө тиерлек (223 миллиард һум (74,6%), социаль йөкләмәләрҙе (социаль сәйәсәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ) үтәүгә йүнәлтелгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: