+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
31 Март 2022, 16:18

Путин армияға саҡырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин 134 мең кешене хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.  #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Указға ярашлы, 18-27 йәшлек егеттәр хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Саҡырыу 2022 йылдың 1 апреленән 15 июленә тиклем ойошторола.

      Март башында Дәүләт Башлығы, ашығыс һәм хәрби күнекмәләргә саҡырылған һалдаттарҙы Украинаға Рәсәй ҡораллы көстәренең махсус операцияһында ҡатнашыу өсөн ебәрергә планлаштырмайҙар - уға профессиональ хәрбиҙәр генә йәлеп ителә, тип белдергәйне.

     Бынан тыш, Оборона министрлығы етәксеһе Сергей Шойгу быйыл яҙ хәрби хеҙмәткә саҡырылған граждандарҙы ҡыҙыу нөктәләргә ебәрмәүҙәрен раҫланы. Рәсәйҙең Оборона министрлығы башлығы һүҙҙәренсә, быйыл хеҙмәткә саҡырылыусылар һаны былтырғыға ҡарағанда аҙыраҡ. С. Шойгу шулай уҡ, хеҙмәткә саҡырылған  егеттәрҙе ғәскәргә майҙың өсөнсө декадаһында оҙата башларға ҡушты.

Ошо уҡ документ менән Владимир Путин хеҙмәт итеү ваҡыты тамамланған һалдаттарҙы, матростарҙы, сержанттарҙы һәм старшиналарҙы хәрби хеҙмәттән бушатыу тураһында бойороҡ бирҙе.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: