+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
11 Апрель 2022, 11:39

В.В.Путиндың РФ Федераль Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһе ҡасан буласаҡ?

Кремлдең рәсми вәкиле Дмитрий Песков Рәсәй Президенты Владимир Путиндың яҡын арала Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһау датаһын билдәләйәсәген әйтте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән 21 апрелдә сығыш яһағайны. Рәсәй Президентының сираттағы мөрәжәғәте РФ Хөкүмәте ағзалары менән һуңғы кәңәшмәләрҙә тикшерелгән мәсьәләләргә, атап әйткәндә, Рәсәй иҡтисады, Рәсәй граждандары өсөн санкциялар эҙемтәләрен кәметеү буйынса саралар комплексын тормошҡа ашырыуға арналыр, моғайын тине Д.Песков. Шуны билдәләп үтергә кәрәк,  Евросоюз илдәре Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙы бөтөрөүгә өмөтләнә, бигерәктә, энергия сығанаҡтары менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы санкцияларҙы бөтөрөүгә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: