+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Апрель 2022, 11:30

Путин нефть-газ өлкәһендәге хәл буйынса кәңәшмә үткәрә

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн тармаҡ кәңәшмәләре серияһын дауам итәсәк һәм нефть-газ өлкәһендәге хәҙерге хәлде тикшерәсәк.  #ВладимирПутин

     Дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә, сарала Путиндың инеш һәм һуңғы һүҙе киң мәғлүмәт саралары өсөн асыҡ була. Ябыҡ режимда вице-премьер Александр Новактың доклады көтөлә, башҡа сығыштар ҙа планлаштырылған.

  Президент, ғәҙәттәгесә, нефть һәм газ өлкәһендәге эштәргә ҙур иғтибар бүлә. Украинала махсус хәрби операция башланғандан һуң Көнбайыш илдәренең Рәсәйгә ҡарата индергән санкцияларына бәйле был мәсьәләләр айырыуса көнүҙәк, тип белдерҙе Д. Песков.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: