+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
18 Апрель 2022, 14:52

Радий Хәбиров Сибай ҡала Советы ултырышында ҡатнашты

18 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сибайға эш сәфәре барышында ҡала округы Советы ултырышында ҡатнашты.

Сибай ҡала Советы депутаттары Рөстәм Афзаловтың муниципалитет башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуын яҡлап тауыш бирҙе. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын үтәүҙе,  быға тиклем ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләгән Гүзәл Ишемғоловаға йөкмәтелде. Республика етәксеһе Рөстәм Афзаловҡа ҡала етәксеһе вазифаһында башҡарған эше өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров уның идара итеү сифаттары республика кимәлендә талап ителәсәген билдәләне.

      “Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов дәүләт өлкәһендә етди эш мәктәбен үтте, муниципалитет башлығы вазифаһында бик күп эштәр башҡарҙы. Шуға күрә беҙ уны яңы эшкә саҡырырға булдыҡ. Һуңғы йылдарҙа Сибай үҫеште, яңы сәнәғәт һәм социаль объекттар сафҡа индерелде. Республика артабан да ҡала халҡының көнкүрешен нығытыуға булышлыҡ итәсәк. - Сибай хаҡлы рәүештә Урал аръяғының баш ҡалаһы тип иҫәпләнә” - тип билдәләне Радий Хәбиров.

        Рөстәм Афзалов, үҙ сиратында, Сибай халҡына муниципалитет менән һөҙөмтәле эш алып барғандары һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт әйтте. Мин урындағы хакимиәттә эшләгән осорҙа күп нәмә эшләнек, - тине Рөстәм Афзалов. - Беҙҙә ҡеүәтле депутаттар корпусы булдырылған. Сибай халҡы ҙур ярҙам күрһәтте. Һәм, әлбиттә, ҡала үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләренә иғтибарҙары өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәт.

      Ултырыш аҙағында Радий Хәбиров депутаттарға ҡабул ителгән ҡарарҙары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Рөстәм Афзаловҡа күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Башлығының рәхмәт хатын тапшырҙы.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: