Башҡортостан Хөкүмәтендә эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеттарын берләштереп Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы булдырылды. Был хаҡта бөгөн, Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
Рөстәм Афзалов Сибайҙа үҙен ыңғай күрһәтте. Министр сифатында был яңы вазифала үҙегеҙҙең профессиональ сифаттарығыҙҙы тормошҡа ашырырһығыҙ тип ышанам, - тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.