-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
26 Апрель 2022, 17:15

Владимир Путиндың мөһим указы сыҡты

Рәсәй Президенты 2031 йылға тиклем күҙалланған бурыстар тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы.  #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022 – 2031 йылдарҙы Рәсәйҙә фән һәм технологияларҙың ун йыллығы тип иғлан итте. Был ҡарар «йәмғиәтте һәм илде үҫтереүҙең мөһим бурыстарын хәл итеүҙә фән һәм технологияларҙың ролен көсәйтеү маҡсатында» ҡабул ителгән.

Указға ярашлы, ун йыллыҡтың төп бурыстары:

- тикшеренеүҙәргә һәм эшкәртмәләр әҙерләүгә һәләтле йәштәрҙе йәлеп итеү;

- йәмғиәтте һәм илде үҫтереүҙең мөһим бурыстарын хәл итеүгә тикшеренеүселәрҙе һәм уйлап сығарыусыларҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итеү;

- рәсәйҙәр өсөн технологик өлкәләрҙәге ҡаҙаныштар тураһында мәғлүмәттең асыҡлығын арттырыу.

Әйткәндәй, былтыр беҙҙә Фән һәм технологиялар йылы иғлан ителгәйне.

#ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас: