+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
28 Апрель 2022, 08:10

Хеҙмәт министрлығы өҫтәмә ярҙам һораны

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хеҙмәт баҙарына ярҙам итеү өсөн тағы 1,1 миллиард һум һораны. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Мартта Башҡортостанға  илдең резерв фондынан хеҙмәт баҙарына булышлыҡ итеүгә 886 миллион һум аҡса бүленгән. Рәсәйҙең төбәктәре  араһында ошо маҡсатҡа бөтәһе 39 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелгән була. Аҡса эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы янаған хеҙмәткәрҙәрҙе яңы йүнәлеш буйынса әҙерләүгә һәм профессиональ уҡытыуға бүленә. Бынан тыш, бындай хеҙмәткәрҙәрҙе ваҡытлыса икенсе эшкә ебәрергә мөмкин, ә уларҙың ваҡытлыса эш биреүселәре был осраҡта минималь эш хаҡы күләмендә һәм өҫтәүенә страховка взностарын аласаҡ. Халыҡ мәшғүллеге үҙәге иҫәбендә торғандарға йәмәғәт эштәре ойоштороласаҡ, шулай уҡ был эштәрҙе ойошторған компаниялар ҙа финанслау аласаҡ. Әгәр, федераль үҙәк яңы ғаризаны хуплаһа, республиканың хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса программа ла ҡатнашыусы  компанияларҙы күберәк йәлеп итеү өсөн аҡса буласаҡ. Хеҙмәт министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, 25 апрелгә республикала эшһеҙлек кимәле 1,1 процент тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта министрлыҡ  хеҙмәт баҙарында хәлдең тотороҡло һәм контролдә булыуын билдәләй.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: