+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
5 Май 2022, 11:10

Рәсәй Президенты Башҡортостанда йәшәүселәргә маҡтаулы исемдәр биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

4 майҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин рәсәйҙәрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләү һәм уларға почетлы исемдәр биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булғандар араһында дүрт яҡташыбыҙ ҙа бар. #ВладимирПутин

4 майҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин рәсәйҙәрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләү һәм уларға почетлы исемдәр биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булғандар араһында дүрт яҡташыбыҙ ҙа бар.

Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡи мәғлүмәт сайтында баҫылған рәсми документҡа ярашлы, Өфөләге 42-се лицейҙың математика уҡытыусыһы Әлфиә Солтанова «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Өфө дәүләт нефть техник университетының «Нефть-газ промыслалары машиналары һәм ҡорамалдары» кафедраһы профессоры Фәнзил Мөғәллимов Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре исемен алды.

«Эш кейеме комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры кәңәшсеһе Михаил Цукерманға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре» исеме бирелде.

«Инман» акционерҙар йәмғиәтенең етештереү логистикаһы хеҙмәте бүлеге начальнигы Ринер Ҡаһарманов «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе» исеменә лайыҡ булды.  

Бынан алда «Башинформ» «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының республика бүлексәһе етәксеһе Альберт Шаһиморатовтың II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы менән бүләкләнеүе тураһында хәбәр иткәйне.

#ВладимирПутин

Автор:
Читайте нас: