+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
6 Май 2022, 18:15

Путин менән Древаль «Белем» йәмғиәтенең үҫешен тикшерҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин  «Белем» йәмғиәтенең генеральный директоры Максим Древаль менән осрашыу үткәрҙе. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты «Белем» йәмғиәтенең генеральный директоры Максим Древаль менән осрашыу үткәрҙе.

Эшлекле осрашыу барышында Максим Древаль уҙған йылда йәмғиәттең нисек эшләүе, ниндәй проекттарҙы бойомға ашырыуы һәм ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙәре, яңы проекттар хаҡында һөйләне.  

Бер йыл эсендә йәмғиәт 600 сәғәтле аң-белем контенты төшөргәнһәм бөтә федераль округтарҙа туғыҙ студия эшләй башлаған.

Древаль телевидениенан коллегалары менән бергә эшләү тәҡдимен күтәреп сыҡты, ул саҡта фильмдар, лекциялар, география, тарих буйынса контенттар телеканалдарҙа йышыраҡ күренер ине. Уның был тәҡдименә Владимир Путин “килештек” тип яуап бирҙе.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: