-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
19 Май 2022, 18:02

Дәүләт Советы ултырышы үтә

25 майҙа ил Президенты Владимир Путин етәкселегендә балалы ғаиләләргә  ярҙам итеү сараларын тикшереүгә арналған Дәүләт Советы президиумы ултырышы үтәсәк. #ВладимирПутин

Был турала Рәсәй Президентының  матбуғат секретары Дмитрий Песков белдерҙе. Ул шулай уҡ,  социаль түләмдәрҙе индексациялау саралары ла тикшереләсәк тип өҫтәне.

Бынан алда Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Максим Орешкин, Владимир Путин киләһе аҙнала социаль сәйәсәте  мәсьәләләре буйынса Дәүләт Советының махсус ултырышын үткәреүҙе  планлаштырыуы тураһында хәбәр иткәйне.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: